+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Августа , 08:02

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты.

Халыҡ-ара форум Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм донъяның 17 иленән килгән 2 меңләп баланы йыйҙы.

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты.Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты.
Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты.

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты. Халыҡ-ара форум Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм донъяның 17 иленән килгән 2 меңләп баланы йыйҙы.

Башҡортостан делегацияһы 12 уҡыусынан тороп, улар төрлө мәҙәниәт ойошмаһынан вәкил булды:

Сибай ҡалаһы Балалар экология-биология үҙәге

К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының Креатив индустриялар мәктәбе

Стәрлетамаҡтың 1-се Балалар художество мәктәбе

“Тамыр” телеканалы

Өфө Балалар филармонияһының “Сулпан” өлгөлө цирк коллективы

Ҡурсаҡ театрының балалар театр студияһы

Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы

Урта махсус музыка колледжы.

Ике көн эсендә беҙҙең балалар форумдың бөтә номинацияһы сараларында ҡатнашты. Программала лекциялар, ижади дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, диалогтар һәм дискуссиялар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, экскурсиялар һәм концерттар бар ине.

Айтуған Ишемғужин менән Индира Теүәлбаева – балалар инициативалары конкурсында, шулай уҡ Дарья Семибртаченок һәм Альбина Хәйруллина менән бергә китап клубында ҡатнашты.

Бынан тыш Дарья менән Альбина “Арт-объект”та уңышлы ҡатнашты.

Рената Мырҙагилдина менән Айгөл Фәхруллина “Еңмәгән осраҡта ла нисек итеп еңелмәҫкә” тигән лекцияға барҙы. Айгөл Николай Агутин академияһының “Яңы быуын музыкаһы” программаһында ҡатнашты.

Арина Орловская менән Зарина Саркисян  “Ғаилә, дуҫлыҡ һәм булышлыҡ итеү. Цирк сәнғәтенең берләштереү көсө” диалогында ҡатнашты.

Евгения Булкина менән Алиса Лопанова “Ритм һәм драйв” оҫталыҡ дәресендә бейеүҙең яңы техникаларын үҙләштерҙе.

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас