+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Августа , 07:34

Өфө уҡыусылары халыҡ-ара фәнни алышта абсолют еңеүсе булған

23–27 августа Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турниры үткән.  Унда Башҡортостан уҡыусылары ҡатнашҡан.

Өфө уҡыусылары халыҡ-ара фәнни алышта абсолют еңеүсе булғанӨфө уҡыусылары халыҡ-ара фәнни алышта абсолют еңеүсе булған
Өфө уҡыусылары халыҡ-ара фәнни алышта абсолют еңеүсе булған

23–27 августа Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турниры үткән. Унда уҡыусылар физика, математика, химия һәм информатика буйынса фәнни дебаттар форматында ярыша.

Һайлап алыу турында Ҡаҙағстан, Рәсәй, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Кипрҙан 1000-ләп уҡыусы ҡатнашҡан. Рәсәй командаһында Өфөнән Андрей Камский менән Богдан Середа ла була.

Андрей – Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы, ә Богдан – 161-се лицей уҡыусыһы.

Кесе лигалағы физика ярыштарында улар, бөтә этаптарҙа ла беренсе урынды яулап, турнирҙың абсолют еңеүсеһе булып сыға.

Балалар бер нисә көн буйы барған ярыштарҙа ҡатмарлы мәсьәләләр сисә, жюри алдында үҙҙәренең яуаптарын яҡлай, дәғүәсе командаларға ҡаршы оппонет булып көрәшә, ғилми дискуссияларҙа ҡатнаша. Юғары кимәлле әҙерлектәре уларға бөтә заданиеларҙы ла үтәп сығырға һәм ышаныслы еңеү яуларға булышлыҡ итә.

 

Фото: Башинформ архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас