+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Августа , 08:22

Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?

Белем көнөнә алған гөлләмә күпмегә төшә? Өфө магазиндарында Башинформ хәбәрселәре йөрөгән.

Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?

1 сентябрь, Белем көнө, сәскә һатыусыларға ла байрамға кеүек була, сөнки улар ҡәҙимге көндәрҙәгенән 2-3 тапҡырға күберәк килем ала. Ә Белем көнөнә алған гөлләмә күпмегә төшә? Өфө магазиндарында Башинформ хәбәрселәре йөрөгән.

Иң арзан гөлләмә бер рауза сәскәһе менән биҙәү ботаҡтарынан тора, хаҡы 550 һум.

Флористан биҙәтеп тормайынса сәскәне бөртөкләп алһаң, бер рауза сәскәһе 300-350 һум, хризантема ботағы 350-400 һумға төшә.

Ҡумтаға ҡуйылған кескәй композицияларҙың хаҡы 1500 һумдан башлана.

Тик хризантемаларҙан торған гөлләмәләр уртаса 2500 һум, ҡатмарлыраҡ гөлләмәләр 3000–4000 һум тора.

Баҡсасылар ҙа үҙе үҫтергән сәскәләрҙе һатырға алып сыға. Бер дана гладиолусты 250 һумға һаталар. Астра гөлләмәһе 800–1000 һум тора, ромашкалар усламы 500 һумдан башлана.

 

Фото: Валерий Шахов / Башинформ.

Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Уҡытыусыға гөлләмә күпме тора?
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас