

Башҡортостанда мәктәптәрҙең “МЭШ” берҙәм цифрлы платформаһына күсеүе сәбәпле ата-әсәләр элекке “Образование” системаһындағы шәхси иҫәптәрҙә ҡалған аҡсаларҙың яҙмышы менән борсола, тип яҙа Башинформ.
Был уңайҙан Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәрҙә яуап биргән:
“Һеҙҙе тынысландырырға теләйбеҙ: бер һум да юғалмаясаҡ. Баланста ҡалған аҡсалар тураһында борсолорға кәрәкмәй – бөтә лицевой счеттар һәм суммалар автомат рәүешендә күсәсәк. Электрон журналда әлегә “Питание” һалынмаһын күрмәһәгеҙ йә кәрәкле бүлек килеп сыҡмаһа – был ваҡытлыса техник күренеш, система яңырыу өҫтөндә. Функционал активлашҡас та синыф етәкселәре һәм яуаплы кешеләр үҙҙәре тикшерер һәм туҡланыуҙың кәрәкле категорияларын билдәләр, шунан ата-әсәләр чаттарында һеҙгә мотлаҡ хәбәр итер”, – тигән Урал Килсенбаев.
Фото: социаль селтәрҙән скриншот.