

Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лией-интернаты уҡыусыһы Руслав Әминевҡа награда тапшырҙылар.
Руслан быйыл Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙал яулағайны.
“Был бик абруйлы халыҡ-ара олимпиада. Дөйөм тырышлыҡтар менән беҙ олимпиада хәрәкәтендә республиканың тәүге биш төбәк иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был беҙҙең республикалағы урта белем биреүҙең бик мөһим күрһәткесе”, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров уҡыусыға Башҡортостан Башлығының Рәхмәтен тапшырғанда.
Руслан Әминев Башҡортостан етәксеһенә рәхмәт әйтте, уҡытыусыларына биргән белемдәре өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе. Руслан үҙе уҡыған гимназияла БР Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә иҡтисад буйынса республика олимпиадаһын башлап ебәреү планы менән уртаҡлашты. 9-сы синыф уҡыусыһы үҙе халыҡ-ара кимәлдә еңеүсе булырға хыяллана. “Киләсәктә алтын призер булырға планым бар. Быға өлгәшеү бик мөмкин тип уйлайым. Мин шуға ынтылам”, – тине Руслан Әминев.
Фото: БР Хөкүмәте оператив кәңәшмәһе тура трансляцияһынан скриншот.