+1 °С
Ясно
Яңылыҡтар
1 Сентября , 05:58

Радий Хәбиров Белем көнө менән ҡотлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Белем көнө менән ҡотлайРадий Хәбиров Белем көнө менән ҡотлай
Радий Хәбиров Белем көнө менән ҡотлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы. Ҡотлау уның рәсми социаль селтәрҙәренә ҡуйылған.

“Башҡортостандың бөтә уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын Белем көнө – һәр кемгә ҡәҙерле, иң хисле һәм тулҡынландырғыс байрам менән ҡотлайым”, – ти етәксе.

Республика Башлығы беренсе синыфтарға яҡшы уҡыу, яңы дуҫтар һәм сағыу тәьҫораттар теләй. Өлкәнерәктәргә – үҙ-үҙҙәренә ышаныс һәм төплө белемдәр, ә сығарылыш синыфтарына имтихандарға яҡшы әҙерлек теләй.

“Ҡәҙерле балалар, хыялланырға ҡурҡмағыҙ, спорт һәм ижад менән шөғөлләнегеҙ, үҙегеҙҙе эҙләгеҙ һәм табығыҙ. Был иң шәп – яҡшы һәм яҡты – осор”, – ти Башҡортостан Башлығы балаларға һәм аҡыллы, сыҙам булыуҙары, балаларҙы яратыуҙары өсөн ата-әсәләргә, уҡытыусыларға рәхмәт әйтә.

Фото: Радий Хәбировтың видеоҡотлауынан скриншот / МАКС.

Видео: Радий Хәбиров / МАКС.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас