

Салауат районындағы Рәми Ғарипов музейында “Өләсәйем һандығы” тигән сара үткәргәндәр.
Музей һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған сара “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” төбәк проекты сиктәрендә үткән. Унда балалар ҡатнашҡан.
Олеся Зарипова оло шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың “Күстәнәс” шиғырын һөйләгән, әҙип шиғырҙарына яҙылған йырҙы Зөһрә Искәндәрова башҡарған. Музей директоры Луиза Хәйретдинова яҙған шиғырҙар яңғыраған.
Музей хазиналары менән танышҡандан һуң күмәкләшеп милли уйындар уйнағандар.
Сығанаҡ: Салауат район хакимиәте мәҙәниәт бүлеге.