

Быйыл ярты йыл эсендә Рәсәйҙә енәйәт ҡылған үҫмерҙәр һаны, 9 процентҡа артып, 11,4 меңгә еткән. Ойошҡан енәйәт төркөмдәренә һәм берләшмәләренә эләккән үҫмерҙәр 78 процентҡа күбәйгән. Кибер-енәйәттәрҙән зарар күргән балалар һаны ла 36 процентҡа артҡан.
РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова уҡыусылар өсөн киберхәүефһеҙлек буйынса видеодәресендә шундай һандар килтерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кибер-енәйәт ҡорбандары араһында Башҡортостан балалары ла бар.
Күптән түгел Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек уҡыусы ҡыҙ аферистар ауына эләккән. Яуыздар уға сәскә заказына ташлама тураһында яҙа һәм үҙҙәре ебәргән һылтанма буйынса күсергә тәҡдим итә. Унан һуң ялған полицейскийҙар “эшкә” ҡушыла. Улар ҡыҙҙан әсәһенең банк картаһы мәғлүмәттәрен, СМС-хәбәр менән килгән кодтарҙы һорап ала. Шунан инде картанан 140 мең һум аҡса юҡҡа сыға.
Мария Львова-Белова билдәләүенсә, енәйәтсел төркөмдәр үҫмерҙәрҙе алдаштырып енәйәт ауына йә хәтәр аҙымдарға йәлеп итә. Улар еңел генә аҡса эшләп алырға тәҡдим итә, интернетта йәберләй, ҡурҡыта, шулай уҡ хәүефле челлендждарға этәрә.
Ата-әсәләрҙең балаларына һәммәһен аңлайышлы һәм тыныс итеп аңлатыуы мөһим. Балалар цифр донъяһы хәүефтәрен, ни өсөн паролдәрҙе, СМС менән килгән кодтарҙы, шәхси мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә әйтергә ярамағанын белергә тейеш. Виртуаль донъяла хәүеф янаған осраҡта аралашыуҙы туҡтатырға һәм был турала ата-әсәгә йә үҙең ышанған өлкәндәргә әйтергә кәрәк. Балаларҙы ғәйепләү түгел, уларға ярҙам итеү мөһим.
Морат ЯУЫШЕВ.
Видео: Мария Львова-Белова.
Фото: Мария Львова-Белова видеояҙмаһынан скриншот.
#киберхәүефһеҙлек

