

Башҡорт халҡының ҡәҙерле мәҙәни мираҫы булған был комплекс 1838 йылдың йәйендә хәрби губернатор В.А. Перовский тәҡдиме менән төҙөлә башлай. Архитектор А.П. Брюлловтың проекты ҡулланыла, тышҡы күренешенә башҡорт тирмәһе рәүеше бирелә.
1846 йылдың 30 авгусында (яңы стиль менән 11 сентябрҙә) Каруанһарайҙы асыу тантанаһы була.
Тарихи архитектура ҡомартҡыһы башҡорт халҡының яҙмышы менән ныҡлы бәйләнгән. Уны башҡорттар үҙҙәренең ирекле иғәнәләренә һалған. Бында Ырымбурға үҙ эш-йомоштары менән килгән башҡорттарға туҡталыу өсөн ҡунаҡхана булған. Башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп асылған. Мәсете бар.
1994 йылдың 25 майында Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһында төҙөлгән килешеү менән Ырымбур өлкәһендәге Каруанһарай комплексы Башҡортостандың дәүләт милке итеп раҫлана.
Фото: БР Архив эштәре буйынса идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте / Башинформ.