+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Сентября , 08:36

"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды

Өфөлә “Рәсәй студент һәм мәктәп яҙы” фестиваленең федераль этаптары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыу булды.

"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды
"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды

Өфөлә “Рәсәй студент һәм мәктәп яҙы” фестиваленең федераль этаптары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыу булды.

Быйыл республика студенттары һәм уҡыусылары ил кимәлендә тиҫтәләрсә призлы урын  яуланы. Башҡортостан йәштәр министры Вито Сабиров менән осрашыу “Фатирник”та үтте.

Министр белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда программа 50 меңдән ашыу ҡатнашыусыны һәм тамашасыны берләштергән.

Төрлө йүнәлештә Богдан Симонов, Айҙар Исхаҡов, Роберт Әмиров, “Юность” вокаль ансамбле, “Твинсы”, “Держава” төркөмдәре, “Яҙмыш” думбырасылары, “Атмосфера” дуэты, “Время романтиков” төбәк программаһы һ.б. еңеүсе йә призлы булған.

Уҡыусылар ҙа бер тиҫтә самаһы еңеү менән ҡыуандырған.

Ҡалтасы районынан Иван Петраев  вокалда беренсе, инструменталь йүнәлештә махсус призлы булған. Салауат ҡалаһынан Анастасия Бартенева инструменталь йүнәлештә беренселекте яулаған. Бейеүҙә Өфөнән ROBOBANDA ике номинацияла еңгән. Туймазы районынан “Элегия” икенсе урынды алған. Театр йүнәлешендә Октябрьскийҙан Тимур Ғилманов өсөнсө урында, ә шул уҡ ҡаланан “Щелкунчик” өлгөлө театры фестивалдең махсус призы менән билдәләнгән. Медиала Өфөнән Мирон Кирин һәм “В поисках себя” төбәк программаһы махсус приз менән ҡайтҡандар.

 

Фото: Дарья Дворникова / БР Йәштәр эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

 

"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды
"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды
"Студент һәм мәктәп яҙы" еңеүселәре менән осрашыу булды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас