+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Сентября , 09:38

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башланды

2026/27 уҡыу йылы менән бергә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башланды.  

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башландыБөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башланды
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башланды

2026/27 уҡыу йылы менән бергә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының яңы миҙгеле башланды.  Интеллектуаль бәйгене “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә РФ Мәғариф министрлығы ойоштора.

Уҡыусылар олимпиадала 24 мәктәп предметы буйынса белемдәрен һынай.

Олимпиада 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем 4 этапта үтә:

1) мәктәп,

2) муниципаль,

3) төбәк,

4) йомғаҡлау.

Мәктәп этабы сентябрь-октябрь бара. Унда 5–11-се синыф уҡыусылары ҡатнаша. Ә математика менән рус теленән белемдәрҙе 4-се синыфтан уҡ күрһәтергә мөмкин.

Мәктәп этабын уңышлы үткән 7–11-се синыф уҡыусылары муниципаль этапҡа бара.

ВсОШ-тың йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙары дипломы дүрт йыл ғәмәлдә була һәм мәктәп тамамлаусыларға Рәсәй вуздарына тейешле профиль буйынса имтихан тапшырмай инеү хоҡуғын бирә.

ВсОШ этаптары тураһында ентекле мәғлүмәт менән олимпиада сайтында танышырға була.

Фото: ВсОШ сайтынан скриншот.

Сығанаҡ : РФ Мәғариф министрлығы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас