

10–12 сентябрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында Волга буйы федераль округының балалар сәнғәт мәктәптәре конференцияһы үтәсәк.
Башҡортостандан Өфө, Салауат, Күмертау, Сибай, Ишембай, Дүртөйлө, Октябрьский ҡалаларынан балалар сәнғәт мәктәптәре директорҙары, Өфөнән Өфө сәнғәт училищеһы, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы етәкселәре, райондарҙан вәкилдәр бара.
Форумда балалар сәнғәт мәктәптәре үҫеше, һәләтле балаларға булышлыҡ итеү, тармаҡта кадрҙар тәьминәте, уҡытыу методикаһы мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Һүрәттә: Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.