

Октябрьский ҡалаһының 80 йыллығы тантанаһына барғанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалалағы Йәш армия йорто менән танышты. Йәш армия әҙерлеге үҙәге тигән статус былтыр Балалар һәм үҫмерҙәр һарайына бирелгән булған.
Октябрьскийҙағы “Йәш армия йорто” – Башҡортостанда беренсе. Бында балаларҙы тарихи мираҫты һаҡларға өйрәтәләр. Йәш армиясылар социаль акцияларҙа һәм һөнәри йүнәлеш биреү акцияларында, ирекмәнлектә ҡатнаша.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.