

Бына көтөп алған 1 сентябрь етте. Йәйге каникулдар үтеп тә китте. Беҙ ике һеңлем менән Бөрйәндә өләсәй менән олатай эргәһендә ял иттек. Уларға ярҙам иттек, себештәр ҡараныҡ, баҡсала ҡый утаныҡ, һыу һиптек.
Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттек: Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Яҡтыкүлдә булдыҡ. Минең йәйге ялым файҙалы һәм күңелле үтте.
Азалия Көмөшбаева,
Өфө ҡалаһы Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 6-сы синыф уҡыусыһы.