+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Сентября , 07:06

Уҡыусылар яңы йыһазды һынауҙа ҡатнаша

Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбендә полимерҙан яһалған парталар менән ултырғыстарҙы һынайҙар.

Уҡыусылар яңы йыһазды һынауҙа ҡатнашаУҡыусылар яңы йыһазды һынауҙа ҡатнаша
Уҡыусылар яңы йыһазды һынауҙа ҡатнаша

Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбендә полимерҙан яһалған парталар менән ултырғыстарҙы һынайҙар.

Яңы йыһаздар көндәлек файҙаланыуҙы нисек күтәрә? Парта-ултырғыстарҙың ситтәре һәм өҫтө, беркетелгән урындары үҙен нисек тота? Йыйыштырыу, таҙартыу уңайлымы, һыулап һөртөүҙе нисек күтәрә? Рюкзактарҙан һәм яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағынан эҙ ҡаламы? Файҙаланыу осоронда өҫтәмә сығымдар кәрәк буламы-юҡмы?  Йыһаздың яңы төрөн белгестәр һәр яҡлап тикшерә һәм күҙәтә.

Йыһаздарҙы баһалауҙа уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм йыйыштырыусылар ҡатнаша.

Парталарҙың полимер өлөштәре – полиэтилендан, ултырғыстарҙыҡы – быяла-сүс менән армирланған полипропилендан эшләнгән. Үлсәмдәре һәм геометрияһы ГОСТ талаптарына тап килә һәм уҡыусыларҙың буйын иҫәпкә ала. Мебелде етештергәндә икенсел сеймал ҡулланылмай.

Эшләнмә авторҙары белдереүенсә, мебелде тәрбиәләү еңел, сатнамауы, ситтәренең шымалығы, осло мөйөштәренең булмауы – уның өҫтөнлөклө сифаттары.

 

Фото: М.А. Киняшов исемендәге 6-сы мәктәп / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас