

Башҡортостанда күп милләт вәкилдәре йәшәй. Мәктәптәрҙә, рус теле менән йәнәш, туған телдәр өйрәнелә.
Мәктәптәрҙә:
башҡорт телен – 156,2 мең,
татар телен – 34,3 мең,
мари телен – 2,9 мең,
сыуаш телен – 2,2 мең,
удмурт телен 595 бала предмет рәүешендә өйрәнә.
Китапханаларҙа төрлө телдәге китаптар бар.
2025 йыл аҙағына Башҡортостанда 1559 китапхана булып, унда рус теленән башҡа телдәрҙәге әҙәбиәт фонды 5,3 млн дана, йәғни дөйөм күләмдең 20,6 процентын, тәшкил итә.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.