+29 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Сентября , 06:48

Башҡорт телендәге алтаҡталарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр сығарылған

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды үтәү йөҙөнән методик тәҡдимдәр эшләнгән.  

Башҡорт телендәге алтаҡталарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр сығарылғанБашҡорт телендәге алтаҡталарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр сығарылған
Башҡорт телендәге алтаҡталарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр сығарылған

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды үтәү йөҙөнән методик тәҡдимдәр эшләнгән. Алтаҡталар, күрһәткестәр, рәсми документтар яҙылышы өсөн берҙәм талаптар булдырылған.

Ойошма атамаһынан алып эш графигына тиклем бөтә асыҡ мәғлүмәт ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса – яҙылырға тейеш. Ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса тиң була. Тәржемәлә ҡыҫҡартыу йә ябайлаштырыу тыйыла.

Биҙәлеш йәһәтенән шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө, сағыулығы ике версия өсөн дә берҙәй. Яҙма горизонталь урынлаштырылғанда һулда – башҡортса, уңда русса текст тора. Вертикаль урынлаштырылышта башҡортса текст – өҫтә, аҫта – руссаһы.

Башҡорт теленә хас ә, ө, ү, ҫ, ҙ, һ, ҡ, ғ, ң хәрефтәре хатаһыҙ яҙылырға тейеш, хата телдәр тураһындағы законды тупаҫ боҙоу тип иҫәпләнә.

Документтарҙы тәржемә иткәндә автоматҡа ышанырға ярамай, мотлаҡ профессиональ лингвистар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәржемәнең дөрөҫлөгөндә шик тыуһа, БР Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институтында йә “БашТәржемә” автоматлаштырылған тәржемә системаһында консультация алырға тәҡдим ителә.

 

Фото: Башинформ архивы.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас