

Балалар, ҡулдан кирбес һуҡҡанды күргәнегеҙ бармы?
Элек Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, бигерәк тә ағасһыҙ яҡтарҙа, балсыҡ иҙмәһен ҡалыптарға һалып, киптереп, был кирбесте өй, һарай һалыу, мейес сығарыу өсөн тотоналар ине. Саман өй тип йөрөтәләр ундай кирбестән һалынған йорттарҙы.
Ҡалыптарҙағы кирбестәрҙең кипкәнен ҡарауыллау балаларға төшә ине. Юғиһә шуҡ малайҙарҙың йә мал-тыуарҙың боҙоп китеүе, ямғыр яуып еүешләтеүе бар.
Хәҙер халыҡ ҡулдан кирбес һуҡмай. Кирбесте сәнәғәт етештерә.
Баҡалы районы Михайловка мәктәбе уҡыусыларын “Стройальянс” ЯСЙ-һының етештереү майҙансығына экскурсияға алып барғандар, завод цехтары нисек эшләгәнен күрһәткәндәр. Балалар башынан аҙағына тиклем кирбес эшләү барышын ҡараған. Сей кирбесте теҙеүсе, яндырыусы, формовкалаусы, әҙер продукцияны теҙеүсе һөнәрҙәре менән танышҡандар.
Эшсе ағайҙар һәм апайҙар балаларға һөнәрҙәренең нескәлектәрен аңлатҡан, ни өсөн был профессияларҙың төбәк өсөн мөһим булыуы тураһында һөйләгән.
Сара “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған.
Фото һәм мәғлүмәт: Баҡалы район хакимиәте.