

Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 балалар мәҙәни-ағартыу үҙәген эшләтеп ебәреүгә старт бирҙе. Улар Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Мишкә, Ишембай, Өфө райондарының китапханаларында һәм мәҙәни-ял учреждениеларында, шулай уҡ Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылды.
“Ғаилә” милли проекты сиктәрендә асылған үҙәктәргә музыка ҡоралдары, мебель, аппаратура, уйындар, кәрәкле ҡорамалдар, тәжрибәләр өсөн йыйылмалар һатып алынған.
Был үҙәктәрҙә балалар ижади проекттар менән шөғөлләнә аласаҡ, бергәләп арт-объекттар эшләйәсәк, уйындар аша бер-береһе менән аралашасаҡ. Патриотик тәрбиәгә, экологик ағартыуға, балаларҙың ижади һәләттәрен һәм цифрлы грамотаһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреләсәк.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге посында илдең Мәҙәниәт министрлығына беҙҙең төбәккә ҙур иғтибары өсөн рәхмәт әйткән.
Фото: Радий Хәбиров / МАКС.