

Кисә Архангел районы Абҙан мәктәбендә Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналған синыф сәғәттәре үтте.
Был байрам – илебеҙҙең телдәр һәм мәҙәниәттәр байлығын күрһәтесе мөһим дата. Дуҫлыҡ ҡитғаһы булған Рәсәйҙә тиҫтәләрсә милләт вәкилдәре татыу йәшәй. Балалар шуларҙы белде:
Рәсәйҙә бөгөн нисә тел бар;
ниндәй телдәр юғалып барыусылар иҫәбендә һәм уларҙы нисек һаҡлайҙар;
туған телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөк, балалар телдәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һәм илебеҙҙең мәҙәни мираҫы ҡабатланмаҫ хазина булыуын аңланы.
Уҡыусылар ғаилә тарихтары менән уртаҡлашты, ата-бабаларының йолалары тураһында һөйләне, туған телдәребеҙҙәге матур һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө.
Беҙ төрлө, ләкин беҙ бергә!
Сығанаҡ: Абҙан мәктәбе / ВК.