

Өфөлә балалар өсөн ике мәҙәни-ағартыу үҙәге асылған. Береһе – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар китапханаһында. Ул “Аҡыллы старт” тип атала.
Унда килгән балалар “Мәғәнәләр биләмәһе”ндә, “Включайся!” медиаүҙәгендә, “Тикшер! Уйна! Уҡы” ҡыҙыҡлы фәндәр лабораторияһында, “Библиоська” таланттарҙы үҫтереү мәктәбендә шөғөлләнә ала.
Икенсе үҙәкте Өфө балалар филармонияһында асҡандар. Унда тематик зоналарға Башҡортостандың билдәле шәхестәренең исемдәре бирелгән: “Заһир Исмәғилев инструменталь коворкингы”нда балалар музыка менән шөғөлләнә;
“Фидан Ғафаров” вокал коворкингында – йырлайҙар;
“Вилдан Ғәлин” медиалабораторияһында – видео, фото, яңы медиалар менән эшләйҙәр;
“Юрий Шатунов” тауыш лабораторияһында – тауыш яҙҙырыу студияһы эшләй;
“Инна Чурикова” ваҡиғалар оҫтаханаһында – төрлө саралар, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үтә;
“Сергей Аксаков” әҙәби ҡунаҡханаһы – китап уҡыу, әҙәби осрашыуҙар биләмәһе;
“Детствотека” – иң бәләкәстәр урыны.
Үҙәктәрҙе асҡанда Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуҙың мөһимлеген, “Ғаилә” милли проекты ярҙамында балалар ҙур теләк менән йөрөй торған урындар барлыҡҡа килеүен билдәләне.
Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ.