+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Сентября , 06:48

Өфөлә йәйҙе 700 үҫмер эшләп үткәргән

Өфөлә Йәштәрҙең мәшғүллек үҙәгендә үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итәләр, консультациялар үткәрәләр, юридик ярҙам күрһәтәләр.

Өфөлә йәйҙе 700 үҫмер эшләп үткәргәнӨфөлә йәйҙе 700 үҫмер эшләп үткәргән
Өфөлә йәйҙе 700 үҫмер эшләп үткәргән

Өфөлә Йәштәрҙең мәшғүллек үҙәгендә үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итәләр, консультациялар үткәрәләр, юридик ярҙам күрһәтәләр.

Быйыл үҙәк аша 15,5 мең йәш кеше эшкә урынлашҡан!

2500 үҫмер  йәйге каникулға  эш һорап килгән.

700 бала бөтә йәйҙе хеҙмәттә үткәргән.

Ҡалғандары 2–3 аҙна йә бер ай тирәһе эшкә йөрөгән.

Әйткәндәй, әле лә һайларлыҡ тәҡдимдәр бар: үҙәктең базаһында 128 эш биреүсе һәм 500-ләгән  вакансия бар.

Мәктәптә эске иҫәптә торған 14+ йәшлек уҡыусыларға айырым иғтибар бирелә. Июлдә ундай балалар өсөн «Эшле йәй» тигән тренингтар үткәрелгән. Унда бер кем дә нотация уҡымай, бары үҙеңде, нимә теләгәнеңде аңларға ярҙам итәләр: кем булырға, холҡоңа ниндәй эш яраҡлы? Мәшғүллек үҙәгендә бындай һорауҙарға яуап бирә белгән белгестәр ултыра.

Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас