

Бөгөн Өфөлә V “Ватан көсө” форумы бара. Төшкә тиклем ул бер нисә майҙансыҡта эшләне.
“Атайсал. Ватан көсө” майҙансығында төрлө райондарҙан проектта ҡатнашҡан кешеләрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Улар араһында – Бөрө ҡалаһынан 11-се синыф уҡыусыһы Артур Нәбиев. Артур үҙенең кеҫә аҡсаһын йыйып бара ла махсус хәрби операцияһы зонаһындағы яугирҙарға кәрәк-яраҡ һатып алыуға тотона. Ярҙамы тосораҡ булһын өсөн йәй көнө эшкә инеп тә аҡса эшләп алған.
«Яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәреүҙә миңә атайым өлгө булды. Ул махсус хәрби операцияһының беренсе көндәренән башлап беҙҙең яугирҙарға ярҙамға аҡса ебәрә. Бына өсөнсө йыл инде мин дә гуманитар ылауҙар төҙөүҙә ҡатнашам. 500 парҙан ашыу йылы нәски һәм бирсәткә, 200-ләп окоп шәме, аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы ебәрҙем. Тәүҙә ҡыйыныраҡ ине, яугирҙарға нимә кәрәк, нимә артыҡ булырын белеп етмәй инем. Хәҙер посылкаларҙы тиҙ тултырам”, – тигән ирекмән Артур “Башинформ” хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.