+23 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Сентября , 09:47

Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған

Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә энергетика  синыфы асылған!  

Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылғанБлаговещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған
Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған

Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә энергетика  синыфы асылған! Был бит ҡоро дәрестәр генә түгел, ә  профессияға ныҡлы юл: тәрән физика һәм математика, Приуфимский ТЭЦ-ына экскурсиялар, белгестәр менән осрашыуҙар.

Синыфты  Башҡортостан генерациялау компанияһы менән бергәләп булдырғандар  — йәғни башланғыс етди. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ҡуйған бурыстар ҙа үтәлә.

«Бөгөн балаға булған профессиялар тураһында һөйләү генә етмәй, улар менән  ғәмәлдә танышыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Туп шунлыҡтан беҙ профилле һәм профиль алды уҡытыуын предприятиелар менән бергә башҡарабыҙ. Энергетика синыфы — балаларға ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡшыраҡ аңларға һәм буласаҡ һөнәрен аңлап һайларға ярҙам итә торған тағы бер йүнәлеш ул», – ти Благовещен район хакимиәте башлығы Анна Карабанова.

Районда  IT, медицина, инженерлыҡ һәм башҡа төрлө профилле синыфтар ҙа бар.

 

Сығанаҡ: Благовещен район хакимиәте.

Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған
Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған
Благовещен мәктәбендә энергетика синыфы асылған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас