

Дыуан районында 14 йәше тулған үҫмерҙәр тәүге тапҡыр паспорт алған!
«Бөгөн тормошоғоҙҙоң мөһим осоро етте. Паспорт — ул шәхес танытмаһы ғына түгел, ә илебеҙ, уның тарихы, традициялары менән бәйләнеш символы ла. Һеҙгә маҡсаттарығыҙға табан барыуығыҙҙы, белемдәргә ынтылыуығыҙҙы, һәләттәрегеҙҙе үҫтереүегеҙҙе һәм туған районығыҙҙың, бөтә Рәсәйҙең үҫешенә өлөш индереүегеҙҙе теләйем», — тигән тантанала Дыуан район хакимиәте башлығы Айҙар Абдуллин.
Сығанаҡ: Дыуан район хакимиәте.