+7 °С
Ясно
Яңылыҡтар
11 Сентября , 10:22

Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылған

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияһында “Гимн-ТВ” тигән мәктәп телестудияһы асылған.

Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылғанҒәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылған
Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылған

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияһында “Гимн-ТВ” тигән мәктәп телестудияһы асылған. Был ваҡиға ошолай башланған: бер төркөм гимназистар Өфөлә “Телешко” медиамәктәбендә интенсив үткән. Балаларға телевидение белгестәре тәжрибәләрен һөйләгән, улар сценарий төҙөү, оператор эше һәм ҡорау оҫталыҡтарына өйрәнгән.

Белемдәр булғас, уларҙы ҡулланырға ла кәрәк бит! Бына шулай итеп мәктәптә студия асырға ҡара ителә.

Ә ниндәй аҡсаға?

Яңы идея менән гимназия  Беренселәр Хәрәкәте һәм “Лукойл” ААЙ-һы гранттарын отҡан.

1,1 млн һум аҡса профессиональ ҡорамалдар һатып алыуға һәм студияны йыһазландырыуға тотонолған. Хәҙер уҡыусыларҙың ысын телеканалдар кимәлендәге контент эшләрлек техник базаһы бар!

Гимн-ТВ” уҡыусыларҙың ижади идеяларын тормошҡа ашырыу майҙансығы буласаҡ: мәктәп һәм район тормошо тураһында яңылыҡтар сығарылышынан алып документаль һүрәтләмәләр, интервью, сараларҙан репортаждар һәм социаль роликтарға тиклем. Старт бирелде – команда тәүге сығарылыштарын әҙерләй”, – ти Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия уҡытыусыһы Гүзәл Хужина, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә асылған студия тураһында һөйләп.

 

Сығанаҡ: Тәтешле район хакимиәте.

Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылған
Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла мәктәп телестудияһы асылған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас