

12 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” паркында “Геройҙар биләмәһе” патриотик йыйынында ҡатнашыусы һаулығы сикләнгән балалар менән осрашты.
Йыйынға бөтә республиканан 6–14 йәшлек 132 малай килгән. Ата-әсәләре лә улар менән бергә. Ирекмәндәр ярҙамлашып йөрөй.
“Патриот” паркында малайҙар ысын егеттәрсә ҡорал тоторға, пилотһыҙ осҡостарға идара итергә, тактик медицина алымдарына өйрәнгән.
“Һәр ир-ат төрлө бурыстарҙы үтәргә тейеш. Беҙ, өлкәндәр, һеҙҙе бик ихтирам итәбеҙ һәм һеҙҙе геройҙар итеп күрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ бер аҙ сырхау – шулай килеп сыҡҡан инде, ләкин һеҙҙә йәшәү һәм ир кеше булыу теләге көслө. Беҙ быны күрәбеҙ һәм шуға йыл да һеҙҙе ошонда, “Патриот” паркында, йыябыҙ. Ата-әсәләргә өндәшәм: һеҙҙең яҙмышҡа төшкән өлөш ябай түгел, беҙ быны аңлайбыҙ. Һеҙгә көс, рух ныҡлығы һәм, әлбиттә, өмөт теләйем. Балаларҙы дауалауҙа ярҙам итеү, тормошоғоҙҙо еңеләйтеү өсөн республика һеҙгә бөтәһен дә эшләр”, – тине Радий Хәбиров.
Аталары махсус хәрби операцияла хеҙмәттә булған балаларға республика Башлығы уларға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре еткеререүен теләне.
“Беләм, бында аталары һәләк булған балалар ҙа бар. Атайҙарығыҙ – герой, улар һәр саҡ беҙҙең менән, беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр. Һеҙ улар менән ғорурланырға тейешһегеҙ, ә республика һеҙгә үҫергә һәм уҡып сығырға ярҙамлашыр”, – тине Башҡортостан етәксеһе, МХО яугирҙарының балаларына мөрәжәғәт итеп.
Сараны “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды БР Мәғариф министрлығы һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән бергә ойошторған.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.