

Архангел районындағы “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре йәй көнө шифалы үләндәр йыйҙы. Шунан уларҙы киптерҙе, тураны, ҡаптарға тултырҙы.
Әҙер үлән сәйҙәрен уҡыусылар М. Шайморатов исемендәге “БеҙБергә” муниципаль штабына тапшырҙы. Штаб әленән-әле махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөктәр оҙатып тора. Балалар әҙерләгән күстәнәстәр ҙә яугирҙарға тыуған яҡ сәләме, тыуған ер шифаһы булып барып етер.
“Беҙҙең бына тигән балаларыбыҙға, улларҙың ата-әсәләренә битараф булмағандары һәм хеҙмәттәре өсөн айырым рәхмәт. Бөтә энергияһын тейешле йүнәлешкә биргән ирекмәндәргә, урындағы Беренселәр Хәрәкәте белгестәренә ҙур рәхмәт. Ярҙам күләме аҡса менән түгел, йөрәк йылыһы менән үлсәнә. Был йылы мотлаҡ төбәлгән ергә барып етер”, – ти район хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына яуап биргән был сара тураһында һөйләгәндә.
Сығанаҡ: Архангел район хакимиәте.