

Башҡортостан Башлығы академияһы Өфөнөң өс мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Был мәктәптәрҙә БР Башлығы академияһы предуниверсарийы сиктәрендә дәүләт хеҙмәте профилендәге синыфтар асыласаҡ.
Килешеүҙәргә ҡул ҡуйғандар:
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы,
88-се урта мәктәп,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты.
Предуниверсарий уҡыусыларға юғары уҡыу йортона ингәнсе үк идарасы һөнәрен өйрәнеү, етәксе булып ҡарау, дәүләт һәм муниципаль эштең оҡшау-оҡшамауын аңлау мөмкинлеген бирәсәк.
Уҡыусыларға Академияның студенттары беркетеләсәк, улар остаз булараҡ үҙ белемдәрен һәм тәжрибәһен балалар менән уртаҡлашасаҡ.
“Ике йыл буйы балаларҙы ҡәҙимге дәрестәр түгел, ә практикаға тартым программа көтә: эш уйындары, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль викториналар, идара итеү оҫталығында ярыштар, дебаттар, лидерлыҡ һәм команда төҙөү, публикала телмәр тотоу, һөйләшеүҙәр алып барыу һәм тайм-менеджинг дәрестәре. Уҡыусылар дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ, хоҡуҡ, иҡтисад, политология, ойоштороу психологияһы һәм цифрлы иҡтисад нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власта осрашыуҙар ойошторорға планлаштырабыҙ”, – тигән БР Башлығы академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов.
Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ нигеҙҙәре менән балаларҙы урта синыфтарҙа уҡ таныштыра башларға кәрәк, тип иҫәпләй Азат Бадранов, сөнки был ваҡытта балаларҙа донъяға ҡараш, йәмғиәтте һәм дәүләтте социаль-сәйәси йәһәттән аңлау формалаша башлай.
Яңылыҡ студенттарҙың остазлыҡ институтын да үҫтерәсәк. Улар идара итеү нигеҙҙәрен, ойоштороу һәләттәрен, яуаплылығын, эмоциональ интеллектын, аралашыу оҫталыҡтарын, профессиональ белемдәрен, экспертизалау һәләттәрен нығытасаҡ.
Академияла әйтеүҙәренсә, предуниверсарий – ҡоро профориентация ғына түгел. Ул – белемле, яуаплы, республикаға һәм илгә хеҙмәт итергә әҙер булған идарасылар әҙерләүгә беренсе аҙым.
Фото: Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.