

Дәүләкән ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары алғандар. Хәҙер йәш музыканттар акустик пианинола, баянда, саксофонда, тубала уйнарға өйрәнә. Яңы алынған нота йыйынтыҡтары ла уларҙың музыкаль белемдәрен арттыра.
Яңы йыһаздар алыу “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашҡан.
Фото: Дәүләкән район хакимиәте.