

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы иғлан иткән макулатура йыйыу акцияһы киләһе йылдың 31 майына тиклем бара. Был эш “Экологик хәүефһеҙлек” милли проектына ҡарай. Былтыр башҡортостандар 875,7 тонна ҡағыҙ йыйып тапшырған. Күпме ағасты һаҡлағанбыҙ!
Сарала ҡатнашыу өсөн бумбатл.рф платформаһында теркәлеү кәрәк. Коллективтар, шәхсән йә ғаилә менән ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәләренә 15 ноябрҙә Бөтә донъя икенсел эшкәртеү көнөндә баһа биреләсәк, иң уңғандарҙы бүләктәр көтә. Социаль селтәрҙәрҙә креативлыҡ күрһәткәндәр ҙә билдәләнәсәк.
Сеймал тапшырыу пункттары картаһы – бында.
Фото: Татьяна Кадыкова / Башинформ архивы.