+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
15 Сентября , 06:42

Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй!

Йәйҙең ҡәҙимге бер эҫе көнөндә Йәсмин иптәштәре менән Һаҡмарға килә. Эҫелә һыу инеүҙән дә рәхәт нимә бар?

Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй!Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй!
Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй!

Таныш булығыҙ, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан 6-сы синыф уҡыусыһы Ураҡова Йәсмин. Йәйҙең ҡәҙимге бер эҫе көнөндә ул иптәштәре менән Һаҡмарға килә. Эҫелә һыу инеүҙән дә рәхәт нимә бар?

Шул саҡ Йәсмин тәрән урында ике өлкән генә апайҙы күреп ҡала  – көслө ағымға эләккәндәр, сыға алмайҙар.

Ҡыҙыҡай бик етеҙ эш итә, ул ағымдан да, тәрәндән дә ҡурҡмай:

- Һауа  тултырылған ҡулсаһын инәйҙәрҙең береһенә тоттора.

- Икенсеһен ҡулынан эләктереп, ярға табан һөйрәй.

- Пенсионер инәйҙәрҙең икеһе лә ҡотҡарыла!

Уҡыусы ҡыҙҙың ҡыйыулығы тураһында район хакимиәтендә лә ишетәләр. Ошо көндәрҙә уға Рәхмәт хаты тапшыралар. Бүләкләү сараһына Йәсмин әсәһе Гүзәл апай менән килә. Йәсмин тураһында әсәһе былай тигән:

11 июлдә ҡыҙым иптәштәре менән Һаҡмарҙа ял итә. Ул өлкән ҡатындарҙың һыуҙан сыға алмағанын күреп ҡала ла шунда уҡ ярҙамға ташлана. Һуңыраҡ улар беҙҙең менән бәйләнешкә инде, ҡыҙыма рәхмәт әйтте һәм бүләккә аҡса күсерҙе. Йәсмин һәйбәт йөҙә, бер нисә йыл инде “Таналыҡ” комплексында шөғөлләнә. Ошондай ҡыҙым булыуы менән ғорурланам”.

 

Фото: Фәнилә Бәширова / Хәйбулла район хакимиәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас