+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 09:44

Уҡыусылар метрологияны өйрәнә

Өфөнөң 96-сы лицейы уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй метрология дәресе үтте.

Уҡыусылар метрологияны өйрәнәУҡыусылар метрологияны өйрәнә
Уҡыусылар метрологияны өйрәнә

Бөгөн, 15 сентябрь, – Берҙәм үлсәмдәрҙе тәьмин итеүсе дәүләт системаһы көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң 96-сы лицейы уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй метрология дәресе үтте. Уны А. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә ойошторҙолар.

Уҡыусылар тармаҡ эшенә баш-көллө сумды, квест уйынында яңы белемдәрҙе үҙләштерҙе. Бының һөҙөмтәһендә һәр береһенә метролог аттестаты тапшырылды.

Аттестат уҡыусының карьераһында беренсе һөнәри документҡа әүерелә”, – ти Росстандарттың Башҡортостандағы метрологик белем биреү кластеры кураторы Мәликә Шәкүрова.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас