+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Сентября , 15:26

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

16 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Күмертауҙан йырсы малай Әнүәр Вахитов менән осрашты.

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булдыКүмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

16 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Күмертауҙан йырсы малай Әнүәр Вахитов менән осрашты. Төбәк етәксеһе быйыл йәй III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда Әнүәрҙе ҡунаҡҡа саҡырғайны.

12 йәшлек Әнүәр Вахитов осрашыуға әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән килгән. Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназияһында тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Әсә баланың йырға һәләте биш йәшлек сағында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре педагог Йәмилә Рамазанова ярҙамында асылғанын һөйләне. Уҡытыусы Әнүәрҙе халыҡ йырын йырларға, яратырға өйрәткән.

Үҫмер төрлө конкурстарҙа тиҫтәләрсә еңеү яулаған. Шул иҫәптән “Сулпылар-2022” телеконкурсында, “Алтын сапсан” Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеүсе булған.

Быйыл сентябрҙән башлап Әнүәр, урындағы музыка мәктәбенә инеп, ҡурайға уҡый башлаған. Йәнә ул ғәрәп телен өйрәнә, футбол уйнарға ярата.

Башҡортостан Башлығы үҫмергә эш кабинетын, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр залын күрһәтте. Радий Хәбиров уға уҡыуҙа уңыштар һәм ижади бейеклектәр яулауын теләне.

***

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был осрашыу тураһында яҙған һәм һәләтле балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырыу сәбәбен дә аңлатҡан:

“Был осрашыуҙарҙы  беҙҙең профориентация буйынса ҙур эшебеҙҙең өлөшө тип һанарға була. Бындай балалар – республиканың киләсәге. Ваҡыт үтеү менән Әнүәр ҙә Башҡортостанға идара итеүсе командаға инергә теләһә, шат булыр инем”.

 

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вахитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас