+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Сентября , 14:52

“Еңел” аҡсаның ауыр хаҡы

Кибер-уғрылар, кибер-енәйәтселәр үҫмерҙәрҙе тиҙ генә аҡса эшләп алыу мөмкинлеге менән үҙ ауына эләктерә. 

“Еңел” аҡсаның ауыр хаҡы“Еңел” аҡсаның ауыр хаҡы
“Еңел” аҡсаның ауыр хаҡы

Кибер-уғрылар, кибер-енәйәтселәр үҫмерҙәрҙе тиҙ генә аҡса эшләп алыу мөмкинлеге менән үҙ ауына эләктерә. Ни бары банк картаңды уларға һатырға кәрәк.

Шунан картаң аша “бысраҡ” аҡсаларҙы күсерәләр.

Тик картаңды һатып ебәрҙең дә, “вәссәләм, ул минеке түгел” булмай шул. Һин дә ул енәйәттәрҙә  ҡатнашыусылар иҫәбенә инәһең. Яуаплылыҡ бик ҡаты.

Дропперҙар РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырыла. Хаҡы – 1 млн һумға тиклем штраф йәки 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү. “Мошенничество” статьяһы буйынса яуапҡа тарттырһалар, ғәйеплене 10 йылға тиклем төрмә көтә.

Шундай “еңел” аҡса кәрәкме һиңә?

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас