Йәш кинематографистарҙың Сергей Чернышев иҫтәлегенә бағышланған Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Илдең 20 төбәге уҡыусылары ҡатнашҡан ярышта башҡортостандар ике төркөмдә лауреатлыҡ яуланы.
- «Документаль экран» номинацияһы. «Яугир тураһында китап» проекты (Абзатова С., Ахунов Р., Зиятдинова А., Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия, Үрге Тәтешле ауылы);
- «Уйын киноһы» номинацияһы. «Алдау һәм үс алыу тарихы» проекты (Масаев М., Таймаҫов И., Хәмзин Ю., «Свет» видеостудияһы, Өфө ҡалаһы);
- «Фәнни-популяр фильм» номинацияһы. «Асҡын районының дарыу үләндәре» проекты (Исламова А., 2-се урта мәктәп, Асҡын ауылы).
- «Фәнни-популяр фильм» номинацияһы. «Һыу микроскоп аҫтында» проекты (Маннанов И., Тагилов С., «Технопарк», Нефтекама ҡалаһы).
Фото: БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.