

Рәсәйҙә һайлау башланды. Ул өс көн барасаҡ. Башҡортостанда ла бөгөн иртән һайлау участкалары асылды. Һайлау хоҡуғына эйә булған өлкәндәр тауыштарын бирә, йәғни үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуҡтарын үтәй. Тауыш биреү хоҡуғы 18 йәштән башлана.
100 йәшлек инәйҙәр ҙә һайлай. Участкаға бара алмағандарға урна менән бюллетендәрҙе өйгә килтерәләр.
Бөгөн Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан Фәйзә инәй Бикбова үҙенең һайлау хоҡуғын үтәгән. Тыл ветераны, “Әсәлек даны”ордены кавелеры Фәйзә инәйҙең 82 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре, тыуа-тыуасары бар! Инәй һәр таңын ҡыуанып ҡаршылай, үҙ аяғында йөрөгәненә шатлана, тәбиғәт матурлығына һоҡлана.
Ишембай районы Һайран ауылынан һайлаусы Мәрйәм Иҫәнова ла 100 йәштә. Ул 33 йыл ғүмерен мәктәпкә, балалар уҡытыуға арнаған. Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы – Башҡортостан Башлығының ауылдашы, ул заманында республика етәксеһенең уҡытыусы ата-әсәһе Хәбировтар менән бер мәктәптә эшләгән.
– Мин Бөйөк Ватан һуғышы осорон, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы, 1990-сы болғансыҡ йылдарҙы күрҙем. Рәсәй һәр ваҡыт көслө булды, бер ҡасан да һәм бер ниндәй шарттарҙа ла дошманға баш эймәне. Мин ошо йәшемә етеп тә илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өлөш индерә алыуыма шатмын, – ти Мәрйәм Иҫәнова.
Быйыл Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлана, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау һәм муниципаль һайлауҙар бара.
Тауыш биреү көн дә 8 сәғәттә башлана, 20 сәғәттә тамамлана.
Һайлау участкаларында йылдағыса “Рәхмәт” акцияһы үтә. Һайлаусылар тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташламалы купондар ала.
Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите; “Восход” гәзите (Айһылыу Вахитова) / Башинформ.