+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
18 Сентября , 08:53

Киберуғрылар 5-се синыф уҡыусыһынан 30 мең һумды урлай

Смартфонына QR-код уҡый торған ҡушымта йөкләп алған уҡыусы ҡыҙ картаһынан 30 мең һумын урлатҡан.

Киберуғрылар 5-се синыф уҡыусыһынан 30 мең һумды урлайКиберуғрылар 5-се синыф уҡыусыһынан 30 мең һумды урлай
Киберуғрылар 5-се синыф уҡыусыһынан 30 мең һумды урлай

Смартфонына QR-код уҡый торған ҡушымта йөкләп алған уҡыусы ҡыҙ картаһынан 30 мең һумын урлатҡан.

Дәүләкән районынан 5-се синыф уҡыусыһының юғалтыуын полиция тикшерә. Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай  “Luch.apk” файлын йөкләй. Уны тоҡандырғас та  экранда бирелмәләрҙе яңыртыуҙы көтөргә тигән хәбәр сыға. Уҡыусы ҡулланма талаптарын үтәгән арала киберуғрылар телефонға инеү хоҡуғына эйә була.

Тиҙҙән телефонға, йәнәһе, “банктың” хәүефһеҙлек хеҙмәтенән вирустар әүҙемләшкәне тураһында хәбәр килә. “Проблеманан ҡотҡарыу өсөн” ҡыҙҙан код һүҙен яҙырға һәм телефонға алыҫтан инеү мөмкинлеген бирергә ҡушалар. Енәйәтселәр телефонға бәйләнгән кредит картаһынан 30 мең һумды күсереп алып өлгөрә.

Телефонға зарарлы файл эләккәнен аңлап ҡалған уҡыусы шикле ҡушымтаны юйҙыра  һәм хәлде әсәһенә һөйләй. Әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә. Полиция енәйәт эше ҡуҙғата, мошенниктарҙың кем булғанын асыҡлау менән шөғөлләнә.

Фото: Ксения Калинина / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас