+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
18 Сентября , 07:11

Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған

Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылының 1-се мәктәбенең өлкән синыф уҡыусылары район дауаханаһында экскурсияла булған.

Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барғанСтәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған
Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған

Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылының 1-се мәктәбенең өлкән синыф уҡыусылары район дауаханаһына экскурсияға барған. Сәйәхәт дауахананы күреп ҡайтыу өсөн генә ойошторолмаған. Балаларҙы медицина һөнәрҙәре менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсаты  ҡуйылған. Ошондай сәфәрҙәр киләсәккә һөнәр һайлағанда ярҙам итә.

- Уҡыусылар клиник диагностика лабораторияһында табиптар тәғәйенләгән анализдарҙы үткәреү менән танышҡан.

- УЗИ кабинетында ультратауыш диагностикаһының физик принциптарын аңлатҡандар.

- Рентген кабинетында заманса цифрлы диагностика ҡорамалдарының нисек эшләгәнен күрһәткәндәр.

- Теш техникаһы лабораторияһында балалар ортопедик конструкцияларҙы эшләүҙең ни тиклем ҡатмарлы булыуын һәм ҙур теүәллек талап итеүен аңлаған.

Экскурсия балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Белгестәр менән аралашҡанда уҡыусылар медицина вуздарына инеү һәм район һаулыҡ һаҡлау системаһында эшкә урынлашыу тураһындағы һорауҙарына яуаптар алды. Бындай саралар һөнәр һайлағанда аңлап эш итеүгә һәм уҡыу йортон тамамлаусыларға үҙ мәнфәғәттәрен һәм үҙ мөмкинлектәрен объектив баһаларға өйрәтә”, – ти Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Александр Юдин, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына яуап биргән сараны баһалап.

 

Сығанаҡ: Стәрлебаш район хакимиәте.

Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған
Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған
Стәрлебаш уҡыусылары район дауаханаһына барған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас