

20 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән һайлауға килде. Радий Фәрит улы ҡатыны Каринэ ханым менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙеләр.
“Ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ тупланды. Шуға әлеге һайлау байрамса яҡшы кәйеф менән айырылып тора. Марсиандар менән парижандарҙың – Марс һәм Париж ауылдарының халҡының – нисек тауыш биргәнен ҡарайым. Кешеләр юморҙы аңлай икән, тимәк, кәйеф тә һәйбәт. Беҙҙең республика юғары электораль мәҙәниәткә эйә, кешеләр традиция буйынса һайлауға йөрөргә ярата.
Беҙҙе ғәйепләйҙәр: “Һеҙ халыҡты ҡыуып алып бараһығыҙ”. Ләкин беҙҙә беренсе көндө үк 100 процентҡа тауыш биргән ауылдар бар. Һайлауға барыу Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән 10-лап процентҡа юғары. Мин бөтә партияларға ла рәхмәтлемен – кампания тигеҙ, үҙ-ара хөрмәт менән үтте. Көн аҙағына тиклем тауыш бирергә килеүселәр тағы ла булыр, тип ышанам. Шунан һанарбыҙ һәм артабан барырбыҙ”, – тине Хәбиров.
Фото: Радий Хәбиров / МАКС.