

“Матлицейҙа элита әҙерләйәсәкбеҙ. Уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡиғаға әйләнәсәк”. – Радий Хәбиров.
Математикала көслө балалар! Һеҙҙең өсөн төҙөлә был шәп лицей-интернат. Төҙөлөштө Башҡортостан Башлығы даими күҙәтеүҙә тота. Кисә лә барып эштәр барышын ҡарап сыҡты.
Бәшир Рәмиев исемендәге республика математика лицей-интернатында 6–11-се синыфтарҙа 360 бала уҡыясаҡ. Бөтә республиканан иң һәләтлеләрҙе йыясаҡтар. Өфөлә йәшәмәгәндәр өсөн 250 урынлыҡ интернат һалына.
Һайлап алыу өс турҙан торасаҡ һәм “РМЛИ-ға юл” тигән махсус олимпиада рәүешендә барасаҡ. Онлайн турҙар өсөн платформа булдырыла. Ә һуңғы тур киләһе йылдың йәйендә лагерь рәүешендә үтәсәк.
Беренсе тур тиҙҙән – 2026 йылдың 1 октябрендә – башлана.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Видео: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров / МАКС.

