

19 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Кушнаренко ауылына барҙы. Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған Вячеслав Казанцевтың өйөндә булды.
Вячеслав Казанцев танк батальонының элемтә взводы элемтә отделениеһында радиотелефонист-гранатометчик була. Батырлыҡтары өсөн ул вафатынан һуң генерал Шайморатов ордены менән наградлана.
Республика етәксеһе орденды уның ғаиләһенә тапшырҙы. Геройҙың ҡатыны Гөлфинә Радик ҡыҙының, балалары Ләйсән, Лиана һәм Дмитрийҙың ҡайғыһын уртаҡлашты. Гөлфинә Радик ҡыҙы улын ҡарау менән мәшғүл, ваҡытлыса эшләмәй. Ҡыҙы Ләйсән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына ингән, Лиана 9-сы синыфта уҡый. Ә Дима, һаулығы арҡаһында мөмкинлектәре сикле булһа ла, быйыл 1-се синыфҡа уҡырға төшкән. Күптән түгел Дима “Геройҙар биләмәһе” патриотик йыйынында булды һәм унда Радий Хәбиров менән һөйләште. Ул эт тураһында хыялланғанын әйтте, сөнки һәләк булған атаһы кинолог булып эшләгән.
Башҡортостан Башлығы Димаға бүләккә немец овчаркаһын алып килде.
Дима бик шатланды. Эткә Граф тип исем ҡушасаҡ, сөнки атаһы бөтә эттәренә лә Граф ҡушаматын бирер булған.
“Мин өс йыл буйы эт тураһында хыялландым. Рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы, был бүләгегеҙ өсөн. Граф минең ысын дуҫым буласаҡ, мин һәр көнөмдө уның менән үткәрәсәкмен, уның менән уйнаясаҡмын. Мәктәптә мин бөтәһенән дә нығыраҡ математиканы яратам. Элек волейбол, футбол да уйнай торғайным, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар һаулығым арҡаһында әлегә бындай хәрәкәтсән уйындарҙы уйнарға ҡушмай. Быйыл мәктәптә шахмат менән шөғөлләнә башларға уйлайым”, – ти Дмитрий.
Башҡортостан Башлығы әүҙемлеге өсөн малайға рәхмәт әйтте, уҡыуҙа уңыштар теләне.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

