

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Тарихты һаҡлаусылар” Бөтә Рәсәй проектының төбәк йыйыны үтте. Унда Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 160 әүҙемсе һәм уларҙың остаздары ҡатнашты. Сара Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды. Республикала 2023 йылдан эшләп килгән был сара 7000-ләгән уҡыусы һәм студентты берләштерҙе лә инде.
“Тарихты һаҡлаусылар” проектын Беренселәр Хәрәкәте менән “ЙӘШ АРМИЯ” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте атҡара. Төп маҡсат – ил тарихына битараф булмаған уҡыусыларҙы, студенттарҙы, ата-әсәләрҙе һәм остаздарҙы берләштереү, уларҙың тарихи мираҫты, кесе ватан тарихын һаҡлауына, өйрәнеүенә һәм таратыуына булышлыҡ итеү.
Проектта ҡатнашыусылар иҫтәлекле урындарҙы, тарихи ҡомартҡыларҙы тәрбиәләй, өйрәнә һәм белгәндәрен интерактив экскурсияға әйләндерә. Улар ҡомартҡыларҙың биләмәләрен төҙөкләндерә, иҫтәлекле даталар етһә, почетлы ҡарауылда тора, архивтарҙа һәм музейҙарҙа тикшеренә, виртуаль экскурсиялар һәм подкасттар эшләй, “Геройға исемен ҡайтар” кеүек акцияларҙа ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған батырҙарҙың исемдәрен ҡайтара, тарихтарын тергеҙә.
Тантанала абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты һәм ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны:
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова,
МХО ветерандары ассоциацияһы төбәк бүлексәһе рәйесе Оскар Ситдиҡов,
Рәсәй Геройы, МХО ҡатнашыусыһы Вәсил Ямалетдинов,
Рәсәй тарих йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов,
БР Беренселәр Хәрәкәте Төбәк бүлексәһе советы рәйесе Илнур Юлдыбаев.
“Йыйындың төп миссияһы – тарих менән ҡыҙыҡһынған балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы бар, ул бөртөкләп йыйыла һәм киң илебеҙҙең, Ватаныбыҙҙың ҙур тарихына өҫтәлә. Беҙгә йыл һайын мөмкин тиклем күберәк балаларҙың ошо процесҡа ҡушылыуы һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүе мөһим”, – тине Инесса Косолапова.
Йыйында ҡатнашыусылар өсөн ағартыу-ҡулланма программа ойошторолдо. Ул тәҡдим иткән тректар:
“Почетлы ҡарауыл”,
“Обелиск”,
“Тарихи хәтерҙе һаҡлау",
“Медиаоҙатыу”,
“Лидерҙар”,
“Остаздар”.
МХО ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Оскар Ситдиҡов балаларҙың әүҙемлеген билдәләне:
“Бөгөнгө балалар, кесе йәштә булһалар ҙа, тарихи ваҡиғаларҙы һәм хәтерҙе тергеҙеү менән шөғөлләнә, киләсәгебеҙгә үҙ өлөшөн индерә, сөнки уларҙың теле аша бөгөнгө тарих һәм үткәндәрҙең тарихы беҙҙән һуң киләсәк быуындарға боҙолмайынса тапшырыласаҡ”.
Ағартыу программаһында Батырлыҡ дәресе үтте. Уның ҡунаҡтары – МХО ветераны Андрей Константинов, Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев һәм Рәсәй Геройы, МХО ҡатнашыусыһы Вәсил Ямалетдинов – балаларға үҙ тарихтарын һөйләне, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
“Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған ата-бабаларыбыҙҙы оноторға ярамай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хеҙмәт иткән олатайым минең өсөн өлгө булып тора. Беҙҙең бурыс – үҫеп килгән быуынды Ватаныбыҙың патриоты итеп тәрбиәләү. Ә балалар беҙҙең яугирҙарға бик ныҡ булышлыҡ итә. Балаларҙың хаттары – иң ҡәҙерлеһе. Беҙ уларға һәр саҡ шат булдыҡ. Күп яугирҙар уларҙы йөрәге тәңгәлендә һаҡланы!” – тине Вәсил Ямалетдинов.
Ваҡиғаларға бай көн йыйынды ябыу тантанаһы менән тамамланды. Йыллыҡ эш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы отрядтар асыҡланды. Еңеүсе – Межгорье ҡалаһының Б. Абдрахманов исемендәге 1-се мәктәбе! Нәҡ ошо коллектив 12–15 ноябрҙә Төмәндә үтәсәк IV Бөтә Рәсәй “Тарихты һаҡлаусылар” йыйынында Башҡортостан исеменән ҡатнашасаҡ.
Фото һәм текст: Беренселәр Хәрәкәтенең БР төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.