

Башҡортостан II Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитеттары йыйынында ҡатнашты. Беҙҙән 11 кеше барҙы.
Ике көн буйы йыйын балаларҙы тәрбиәләү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү, ғаилә һәм мәктәп араһы, ата-әсәләр башланғыстары темаларына фекер алышты.
Төбәктәрҙең иң шәп практик башланғыстарын ҡаранылар. Беҙҙең вәкилдәр Салауат индустриаль колледжында Александра Чухнинаның “Тарихты һаҡлаусылар” патриотик тәрбиә интерактив музейының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Уны колледжда уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре эшләй. Музей өсөн экспонаттар, документтар ҡала архивтарынан, педагогик хеҙмәт ветерандары иҫтәлектәренән туплана. Музей тикшеренеү эштәрендә 220-ләп студентты һәм 180 ата-әсәне берләштерә.
Йыйында ҡатнашыусылар РФ мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашты һәм уның менән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште.
Йыйында илдең 89 төбәгенән 600-ләп кеше ҡатнашты. Уны РФ Мәғариф министрлығы, “Белем” йәмғиәте һәм Росдетцентр ойошторған.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы.