

“Театраль Волга буйы” фестиваленең 8-се миҙгеле әүәлгесә өс этапта үтә: төбәк, округ этаптары һәм финал. Әле төбәк этабы башланып тора.
Төбәк турының йәштәр һәм балалар театрҙары номинацияларында еңеүселәр округ ярышына сыға.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 18 ноябргә тиклем театральноеприволжье.рф сайтында бирелә.
Финалда жюри Волга буйы федераль округындағы иң яҡшыларҙы иғлан итәсәк:
йәштәр театрын,
балалар театрын,
режиссерлыҡ эшен,
музыкаль биҙәлеште,
художество биҙәлешен,
ирҙәр ролен,
ҡатын-ҡыҙҙар ролен.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Игорь Комаров инициативаһы менән булдырылған фестиваль йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү майҙаны булып тора.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ.