+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
23 Сентября , 11:21

Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәреләсәк

25 һәм 26 сентябрҙә Өфөлә, шулай уҡ Башҡортостан төбәктәрендә  XXXVI  Халыҡ-ара Аксаков байрамы була.  

Башҡортостанда XXXVI  Халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәреләсәкБашҡортостанда XXXVI  Халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәреләсәк
Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәреләсәк

25 һәм 26 сентябрҙә Өфөлә, шулай уҡ Башҡортостан төбәктәрендә  XXXVI  Халыҡ-ара Аксаков байрамы була. Ул Өфөлә тыуып үҫкән мәшһүр яҙыусы һәм йәмәғәтсе  Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына (1791–1859) 235 йыл тулыуға арнала.  

Халыҡ-ара Аксаков байрамы – республикабыҙҙың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиға. Һәр бала уны “Ал сәскә” тигән әкиәттең авторы булараҡ белә.

Байрамда яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, әҙәби музейҙар директорҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Байрамдың маҡсаты – мәҙәни традицияларҙы һаҡлау һәм ишәйтеү, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә, тарихи белемдәр биреү, һоҡланғыс Аксаковтар ғаиләһенең мираҫын күрһәтеү.

Быйылғы Аксаков байрамы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына тап килде. Байрамға Болгария, Сербия, Германия, Финляндиянан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар көтөлә.

25 сентябрҙә Өфөнөң уҡыу йорттарында, йылдағыса, «Аксаков дәрестәре» үтә. Улар намыҫ, выждан, әхләҡлелек темаларына арнала. Байрамға килгән ҡунаҡтар уҡыусылар һәм студенттар алдында сығыш яһаясаҡ.

- Волжск дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалында үтәсәк намыҫ дәресендә адмиралдар, генералдар, йәмәғәтселәр беренсе курс студенттарына студент билеттары тапшырасаҡ.

- Аксаков гимназияһындағы әхләҡ дәресендә  яҙыусылар, публицистар, музей хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән традицион ҡиммәттәр тураһында әңгәмә ҡорасаҡ. Аксаковтар ғаиләһе һәм  С. Т. Аксаков ижады ғаилә ҡиммәттәрен, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау өлгөһө булып тора.  

- Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһында Иван Аксаковтың Евразиялағы урыны тураһында түңәрәк ҡор ойошторола.  Унда Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур һәм Өфөнөң Аксаков мираҫын тикшереүсе ғалимдары ҡатнаша.

- С.Т. Аксаковтың Мемориаль йорт-музейындағы «Аксаков һәм рус яҙыусылары» тигән күргәҙмә Сергей Тимофеевичтың үҙ заманындағы яҙыусылар менән ижади һәм шәхси бәйләнештәре тураһында һөйләйәсәк.  

- Музейҙағы әҙәби ҡунаҡханала «Наш современник» журналының һәм  «Дворянский род Нагаткиных. Путь сквозь столетия» тигән китаптың презентацияһы үтәсәк.

- С. Т. Аксаков исемендәге баҡсала үтәсәк саралар:

- - ижади коллективтар сығыштары;

- - балалар һүрәттәре күргәҙмәһе;

- - халыҡ ижады тауарҙары күргәҙмәһе һәм сауҙаһы;

- - уйын майҙансыҡтары, фотозона.

25 сентябрҙең кисендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (элек ул Аксаков халыҡ йорто булған) тантаналы Аксаков кисәһе үтәсәк. Кисәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын һәм  Григорий Аксаков орденын тапшырасаҡ. Шунан сәнғәт оҫталары концерты була.  

26 сентябрҙә байрам саралары республикабыҙҙың «Аксаков урындарында» – Бәләбәй, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында дауам итәсәк.

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас