

5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар белемдәрен тикшерә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныша. Ҡатнашыусығы сертификат бирелә.
Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды ойоштора.
Онлайн-тест форматындағы һорауҙар өс кимәлдә тәҡдим ителә:
Башланғыс кимәл – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
Башҡорт теленең диалекттары – телебеҙ диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.
Тест үтеү өсөн 45 минут бирелә. Иң юғары һөҙөмтә — 100 балл. Олимпиаданан һуң йыйған балдар күрһәтелгән сертификат бирелә.
Быйылғы олимпиада сиктәрендә ҡатнашыусыларға методик ярҙам күрһәтеү өсөн махсус комплекс әҙерләнгән.
Быйыл ҡатнашыусылар олимпиаданың өс кимәлен дә үтеү мөмкинлегенә эйә: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала.
Олимпиада уҡыусылар, студенттар һәм өлкәндәргә үҙ белемдәрен тикшереү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең яңы яҡтарын асыу һәм милләтебеҙҙең мәҙәни һәм әҙәби мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу мөмкинлеген бирә.
Олимпиада онлайн форматта үтә, шуға күрә унда донъяның бөтә еренән теләгән бер ҡатнаша ала.
Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында https://basholimpiada.ru/ теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға һайланған кимәл буйынса һорауҙар асыла.