+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
24 Сентября , 09:33

М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл

Ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ илдең сик буйы төбәктәре кешеләренә ярҙам итә.

М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йылМ. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл
М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл

Миңнеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабтары асылыуға 4 йыл тулды. Ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ илдең сик буйы төбәктәре кешеләренә ярҙам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ирекмәндәр штабы тураһында йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен яҙған:"Бөгөн республикала – республиканың бөтә ҡала һәм райондарында – 71 штаб эшләй. Улар әүҙем, битараф булмаған, ихлас 23 мең кешене – уҡыусыларҙы, студенттарҙы, пенсионерҙарҙы, хеҙмәтсәндәрҙе – берләштерә. Улар эштән буш ваҡыттарында башҡаларға ярҙам итә. Бының өсөн уларҙы бик ныҡ хөрмәт итәм”. 

Эйе, тиҫтәләгән мең метр маскировка селтәрҙәрен бәйләүселәр, окоп шәмдәрен ҡойоусылар, аҙыҡ-түлек әҙерләүселәр, гуманитар ярҙам йыйыусылар  араһында уҡыусылар ҙа бар.

“Махсус хәрби операция йәмғиәтебеҙҙе тупланы, бер маҡсат тирәләй берләштерҙе – беҙ БӨТӘҺЕН ДӘ ЕҢЕҮ ӨСӨН эшләйбеҙ. Уны яҡынайтыусылар алдында баш эйәм”, – тип яҙа Радий Хәбиров.

 

Фото: Радий Хәбиров / МАКС.

М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл
М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл
М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл
М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабына - 4 йыл
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас