+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
25 Сентября , 11:53

Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” ышаныс чаты эшләй

МАКС-та үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” тигән ышаныс чаты эшләй башлауы тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” ышаныс чаты эшләйБашҡортостанда үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” ышаныс чаты эшләй
Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” ышаныс чаты эшләй

МАКС-та үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” тигән ышаныс чаты эшләй башлауы тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә.

“Беләм: бөгөн үҫмер булыу ябай түгел. Тышҡы тыныс ҡиәфәт аҫтында йыш ҡына бер кемгә лә күренмәгән ысын дауыл ҡотора”, – ти  министр.

МАКС-тағы чатта һәр баланы тыңларға әҙерҙәр. Бер ниндәй нотоҡ уҡыу, баланың үҙенән ғәйеп эҙләү булмаҫ.

Чатта борсоған бөтә нәмәләр тураһында яһҙырға була:

- борсолоу һәм паникаға бирелеү;

- өйҙә һәм мәктәптә конфликттар, ыҙғыштар;

- романтик мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөү яраһы;

- үпкәләшеүҙәр;

- яҡыныңды юғалтыуҙан һыҙланыу;

- дәрестә ҡул күтәрергә ҡурҡыу;

- танышырға оялыу;

- кеше фекеренә ҡаршы тора алмау.

“Һеҙҙең проблема был исемлектә булмаһа ла яҙығыҙ. Тормош төрлө ҡулланмаларҙан ҡатмарлыраҡ”, – ти министр.

Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, чатҡа ышаныу өсөн өс сәбәп бар.

- мөрәжәғәт итеү тулыһынса аноним – кемлегеңде, ҡайһы мәктәптә уҡығаныңды бер кем белмәҫ;

- аралашыу тиңдәрсә бара, тыңлаусы үҙен өҫтөн ҡуймай, өндәшеүсенең хәлен аңлап, реаль ярҙам күрһәтергә тырыша;

- аралашыу һәм ярҙам тулыһынса түләүһеҙ, бер ниндәй сикләүһеҙ. Бары тик үҙеңә уңайлы ваҡытта чатты асып  яҙырға ғына кәрәк.

 

Министр ярҙам каналы һәр баланың тормошон еңелләштереренә ышана.

 

Сығанаҡ: Молодежная газета / МАКС.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас