

Бөгөн, 25 сентябрь, Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге 40-сы башҡорт гимназияһында “Башҡорт биҙәктәре” тигән этнофорум үтте.
Тәүҙә йола менән заманды берләштереүсе сараны асыу тантанаһы гөрләне. Унан һуң ҡатнашыусыларҙың танышыу уйындары (тимбилдинг) булды. Шунан ағартыу лекциялары башланды. Уларҙа башҡорт телен һаҡлауҙа мобиль ҡушымталарҙың, цифрлы донъяның, блогингтың әһәмиәте темалары ҡаралды.
Көндөң икенсе яртыһын оҫталыҡ дәрестәре биләне. Балалар уйын аша “Урал батыр” ҡобайыры менән танышты, телефон янсығы тегергә, бетеү эшләргә, ҡыҫтыбый бешерергә өйрәнде.
Фото: “Башҡорт биҙәктәре” этнофорумы / ВК.